Студопедия

Главная страница Случайная страница

КАТЕГОРИИ:

АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника






Кешене эше данлай







Быйылғ ы йә й миң ә кү п мө мкинлектә р асты, донъяғ а ҡ арашымды, кү ң ел даирә мде киң ә йтте. Быларҙ ың сә бә бе - гимназияла уҡ ыу туҡ тап торғ ан арала, каникулда, район ашханаһ ына эшкә тө шө ү ем һ ә м һ ә йбә т кешелә р менә н танышыуым. һ еҙ гә һ ө йлә йә сә к һ ү ҙ ем шуларҙ ың береһ е, " Шү лгә н" ҡ улланыусылар йә мғ иә те ашханаһ ының ө лкә н ашнаҡ сыһ ы Ишмө хә мә това Вә зирә Ғ ә ле ҡ ыҙ ы тураһ ында.

Кешене эше данлай, тиҙ ә р. Бө тә ғ ү мер юлын тынғ ыһ ыҙ хеҙ мә ттә, халыҡ мә нфә ғ ә те ө сө н кө с тү геү ҙ ә ү ткә ргә ндә ргә һ ә р саҡ һ оҡ ланам һ ә м айырыу­са бер ихтирам менә н ҡ арайым. Вә зирә Ғ ә ле ҡ ыҙ ы тап ана шундайҙ арҙ ан.

Ҙ ур, кө слө йылғ а иң тә ү ҙ ә шишмә, инеш булғ ан кеү ек, уның хеҙ мә т юлының нисек башланғ анын һ ораным.

- Хеҙ мә т юлым 1975 йылдың июль айында, Мә лә ү ез профессиональ-техник училищеһ ын тамамлап, район ашханаһ ына килеү ем менә н башланып китте, - ти Вә зирә апай.

Бер йыл ғ ына ашнаҡ сы ярҙ амсыһ ы булып йө рө гә ндә н һ уң, ө лкә н ашнаҡ сы итеп ү рлә телеү е лә, ә лбиттә, кү п нә мә хаҡ ында, иң тә ү сират­та, Вә зирә Ғ ә ле ҡ ыҙ ының тырышлығ ы, талапсанлығ ы, маҡ сатына ирешеү сә нлеге хаҡ ында һ ө йлә й. Тырыш хеҙ мә те лайыҡ лы баһ алана уның. Кү п тапҡ ыр рай­он хакимиә тенең, район ҡ улланыусылар йә мғ иә тенең Маҡ тау ҡ ағ ыҙ ҙ ары менә н бү лә клә нә, 1978 йылда «Социа­листик ярыш ең еү сеһ е" тигә н билдә гә, " Ҡ улланыусылар кооперацияһ ы отличнигы" миҙ алына лайыҡ була, 2008 йылда «Рә сә й ҡ улланыусылар кооперацияһ ы ветераны» исе­ме бирелә.

- 35 йыл дауамында һ уҙ ылғ ан тынғ ыһ ыҙ эшегеҙ оҡ шаймы? - тип һ орайым.

- Оҡ шай. Был һ ө нә рҙ ә н башҡ а ғ ү меремде кү ҙ алдыма ла килтерә алмайым, тип яуап бирә Вә зирә Ишмө хә мә това.

Тормошта йыш булып торғ ан туй, тыуғ ан кө н, бан­кет кеү ек сараларҙ ы ойошто­роу, ситтә н килгә н ҡ унаҡ тарҙ ы хеҙ мә тлә ндереү - былар барыһ ы ла ашнаҡ сы һ ә м уның сменаһ ы яуаплылығ ына инә.

2005 йылдың 5-6 июлендә ү ткә н Урал аръяғ ы журна­листары кә ң ә шмә һ енә һ ә м " Таң " гә зитенең 70 йыллығ ына саҡ ырылғ ан ҡ унаҡ тарҙ ы юғ ары кимә лдә хеҙ мә тлә ндергә не ө сө н Вә зирә Ғ ә ле ҡ ыҙ ына " Таң " гә зите редакцияһ ының Почет грамотаһ ы бирелә.

Вә зирә Ишмө хә мә тованың ҡ ул аҫ тында эшлә гә н ашхана хеҙ мә ткә рҙ ә ренең ауыҙ ынан уның тураһ ында тик йылы һ ү ҙ ҙ ә р генә ишетә һ ең. Улар бына нимә тиҙ ә р: " Вә зирә апайыбыҙ ү ҙ эшенә мө киббә н киткә н, йә не-тә не менә н би­релеп, янып эшлә гә н кеше. Уның бер минут та тик торғ анын кү рмә ҫ һ ең. Ул талапсан да, ғ ә ҙ ел дә, егә рле лә. Иң мө һ име - ул һ айлағ ан һ ө нә ре, вазифаһ ы менә н ғ орурлана, ү ҙ е эшлә гә н район ҡ улланыусылар йә мғ иә те ойошмаһ ының абруй­ын кү тә рергә тырыша".

Ә легә шул сменаның кескә й генә бер вә киле булараҡ, мин дә хеҙ мә ттә штә ремдең ә йткә н һ ү ҙ ҙ ә ренә бар йө рә ктә н, ихлас кү ң елдә н ҡ ушылам.

 

А. ЙӘ МИЛЕВА.

Яң ы Собханғ ол ауылы.


Поделиться с друзьями:

mylektsii.su - Мои Лекции - 2015-2024 год. (0.007 сек.)Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав Пожаловаться на материал